Был эштәр «Һанлы иҡтисад» милли проектының «Мәғлүмәти инфраструктура» федераль проекты буйынса алып барыла. Дәүләкән, Учалы, Бөрө, Стәрлебаш, Шаран, Бүздәк, Дүртөйлө райондарындағы социаль әһәмиәтле объекттарға юғары тиҙлектәге интернет тоташтырылған. 2021 йылға тиклем Башҡортостанда 1 мең 214 белем биреү учреждениеһына, 1 мең 242 фельдшер-акушерлыҡ пунктына, 318 янғын һүндереү бүлексәһенә уны үткәреү көтөлә.