«Һанлы иҡтисад» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған «Мәғлүмәти инфраструктура» федераль проектының тәүге этабында Дәүләкән районда күп социаль әһәмиәтле объекттар юғары тиҙлектәге интернет селтәренә тоташтырылды. Шундайҙар иҫәбенә Ҡаҙырғол, Соколовка, Сергиополь, Исмәғил, Поляковка, Имай-Ҡарамалы фельдшер-акушерлыҡ пункттары, шулай уҡ Яңы Йәнбәк, Мәкәш, Ҡаҙанғол, Исмәғил ауылдарындағы белем биреү учреждениелары һәм 117-се янғын һүндереү бүлексәһе инә.