― Иҫәнғол, Иҙелбәк, Муйнаҡ, Трушин, Яңыбай ауылдарындағы мәктәптәрҙә Берҙәм башҡорт теле дәрестәре ойошторолдо. Ибрай мәктәбендә мин үҙем уҡытҡан VI, VIII, IX синыфтарға үткәрҙем. Гөлдәр Аҡбутина V, VII, X, XI синыфтарға дәрес бирҙе. Башҡорт теле көнөндә башланғыс синыф уҡыусылары "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында ярышасаҡ, ― тип хәбәр итә Ейәнсура районының башҡорт теле уҡытыусылары методик берекмәһе етәксеһе Земфира Хәкимйән ҡыҙы Аҡбутина.