– Белем усаҡтарында киберхәүефһеҙлек дәрестәрен индерергә кәрәк, ә уның нигеҙҙәре менән балалар баҡсаһында саҡта уҡ таныштыра башларға мөмкин. Сөнки кескәйҙәр ҙә интернет ҡуллана, компьютер уйындары уйнай, – ти ул.
Уның фекеренсә, киберхәүефһеҙлек дәрестәрендә сайттарҙы фильтрларға, алынған мәғлүмәттәрҙе тикшерергә лә өйрәтеү мөһим.
Унан алдараҡ Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге курсын уҡыусыларға мотлаҡ өйрәнеү программаһы итергә, тип тәҡдим иткәйне.