Бөтә яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 11:05

Беҙҙең республика журналистары ла матбуғат конференцияһында ҡатнашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән матбуғат конференцияһы был юлы 4 сәғәттән ашыу дауам итте.

Рәсәй Президенты илдәге эске проблемалар, тышҡы сәйәсәт менән бәйле һорауҙарға ла ҡағылып үтте. Республикабыҙҙан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллинды Рәсәйҙәге эскелеккә ҡаршы көрәш саралары ҡыҙыҡһындырҙы.
– Быйыл Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса тәжрибәләр үткәрелә башланы. Байрамдарҙа, сығарылыш кисәләрендә," Һуңғы ҡыңғырау" байрамдарында, күмәк халыҡ ҡатнашҡан сараларҙа һатмайҙар. Яңы йыл байрамында ла өлөшләтә сикләү индерелде. Бынан тыш, ялған иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы көрәшкә әүҙем тотондолар. Беҙҙең республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ошо саралар ярҙамында йөҙгә яҡын кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынған. Һеҙҙең фекерегеҙсә, федераль кимәлдә тағы ла ниндәй саралар кәрәк, бәлки, тағы ла һөҙөмтәлерәк алымдар барҙыр? – тип һораны ул.
Владимир Путин һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә ялған алкоголгә һәм эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыла.
– Яңыраҡ Сочиҙа немец бизнесы вәкилдәре менән осрашыуҙа Рәсәйҙә алкоголде Германияға ҡарағанда аҙыраҡ эсеүҙәрен асыҡланыҡ. Был – алкоголгә ҡаршы алып барылған кампания һөҙөмтәһе. Был өлкәлә һаҡ эш итергә, аңлатырға һәм градусы аҙыраҡ булған продукцияға баҫым яһарға кәрәк, — тип яуапланы президент.

Читайте нас: