Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 11:31

Президентты Санта-Клаус итеп төшөргәндәр

Америка матбуғаты 2019 йылға йомғаҡ яһап, уҙып барған йылда донъялағы абруйлы кешеләрҙе билдәләгән. Шулар араһына Рәсәй Президенты Владимир Путин да ингән.

Америкалағы «Week» журналы, мәҫәлән, үҙенең тышлығында ил башлығын бүләктәр менән боландарҙа елдереүсе Санта-Клаус рәүешендә төшөргән. Ошо рәсемгә Дональд Трамп, Владимир Зеленский, Грета Тунберг, Борис Джонсондар ҙа ҡуйылған.


Читайте нас: