Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2019, 11:13

Акcёнов агросәнәғәт колледжында оҫтаханалар асылды

Республикабыҙҙа оҫтаханалар булдырыу дауам итә. Әлшәй районының Акcёнов агросәнәғәт колледжында ла уны асыу тантанаһы үтте.

Быйыл әлеге уҡыу йорто федераль ҡаҙнанан субсидия рәүешендә матди-техник нигеҙен яңыртырға грант алғайны. Ошо суммаға «Агрономия», «Ауыл хужалығы биотехнологиялары», «Сити-фермерлыҡ», «Ауыл хужалығы машиналарын файҙаланыу», «Ветеринария» оҫтаханалары йыһазландырылды.
Республикабыҙҙа урта һөнәри уҡыу йорттарын яңыртыу «Мәғариф» милли проектының «Йәш профессионалдар» федераль проекты сиктәрендә алып барыла. 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә хәҙерге заман ҡоролмалары менән йыһазландырылған 5 мең оҫтахана барлыҡҡа киләсәк.


Читайте нас: