Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 22 проценты Рәсәй Президенты Владимир Путинды ҡунаҡҡа саҡырырға риза. Йәнә Владимир Жириновский (12 процент), Дмитрий Медведев (4 процент), Сергей Шойгу, Сергей Лавров, Геннадий Зюганов (3 процент), Сергей Мироновты (2 процент) күрергә теләүселәр бар.
Ә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлауын 72 процент кеше ҡарарға йыйына. Шуларҙың 44 процентына ил башлығының нимә әйтере бик мөһим, ҡалғандары быға бик битараф ҡарай. Яуап ҡайтарыусыларҙың 13 проценты Владимир Путиндан ысын күңелдән әйтелгән Яңы йыл ҡотлауы көтә, 11 проценты тормош яҡшырыуы тураһында һүҙҙәр әйтелеүен теләй, 10 процентының эш хаҡы, пенсия, йәшәү кимәле күтәрелеүе хаҡында ишеткеһе килә. Ҡалғандар Владимир Путин сығышында кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү, һаулыҡ һаҡлау, белем алыу, торлаҡ тураһында ла һүҙ йөрөтөр, тип ышана.