Бөтә яңылыҡтар
5 Ғинуар 2020, 15:35

Эстония мәктәптәре Европала беренсе

Эстония мәктәптәре белем сифаты буйынса Европала иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

Был илдә заманса уҡытыу ысулдарын киң ҡулланалар. Маҡсат: төрлө фәндәрҙе бер-береһенә бәйләп, уҡытыуҙы тормошҡа яҡыныраҡ итеү. Педагогтар белем биреүҙә үҙаллылыҡҡа эйә. Уларҙың эш хаҡы юғары: яҡынса 100 мең һум, был иһә йәш энтузиастарҙы ла мәктәптә эшләүгә ылыҡтыра. Башланғыс һәм урта синыф уҡыусыларының белемен "бишле", "икеле" менән түгел, ә "бик яҡшы", "ә бында бер аҙ тырышырға кәрәк" тип, һүҙ менән баһалау ҙа балаларҙы дәртләндерә икән. Эстонияның ауыл мәктәптәрендә лә түңәрәк эше киң йәйелдерелгән. Һәр кем үҙ ҡыҙыҡһыныуы буйынса шөғөлләнеп, белемен арттыра, донъяға ҡарашын киңәйтә. Был илдә уҡыусылар маҡсатҡа ынтылыусанлыҡтары, кешенең үҙ тырышлығы менән уңышҡа өлгәшеүенә ышаныуҙары менән айырылып тора. Белем сифатын тикшереү буйынса халыҡ-ара программа (PISA) өс йыл һайын уҡыу, математика, тәбиғи фәндәр буйынса рейтингты иғлан итә. Был юлы донъя буйынса Ҡытай ҡалалары еңеүсе булған, эстондар бишенсе урын алған.
Читайте нас: