Бөтә яңылыҡтар
9 Ғинуар 2020, 10:46

Бөтә район-ҡалаларҙа һөт ризыҡтары бирелә башлай

Республикабыҙҙа һөт кухнялары селтәрҙәрен булдырыу «Демография» милли проекты сиктәрендә алып барыла.

Үткән йылға күҙ һалһаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет ҡалаларында һөт фабрикалары эшләй башланы. 2019 йыл аҙағында льготалы категорияға ҡараған 5 мең бала һөт продукциялары алһа, ошо йылдың ғинуар айынан республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында ла һөт ризыҡтары бирелә башлаясаҡ. Һөт кухняларын тергеҙеү проекты, иң беренсе йәһәттә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе сифатлы һәм файҙалы ризыҡ менән тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк.

Читайте нас: