Ил башлығы билдәләүенсә, уҡыусы мәктәпкә йөрөй башлау менән ата-әсәләрҙең сығымдары күбәйә. Ул шулай уҡ ашханаларҙы йыһазландырыу, балаларҙы сифатлы ризыҡтар менән туҡландырыу тураһында ла һүҙ йөрөттө. Мөмкинлек булған белем усаҡтарында ошо йылдың 1 сентябренән үк бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итә башларға кәрәклеген дә белдерҙе.