Президент менән осрашыуында Дмитрий Медведев, Конституцияға үҙгәрештәр индереү менән бәйле, бындай аҙым дөрөҫ, тип билдәләне. Владимир Путин Хөкүмәт ағзаларына эштәре өсөн рәхмәтен белдереп, яңы Хөкүмәт булдырылғансы үҙ бурыстарын тулы кимәлдә башҡарып тороуҙарын һораны.