«Вәғәҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Бер йыл элек беҙҙең «Салауат Юлаев» егеттәренә, әгәр ҙә улар финал конференцияларына сыҡһалар, хоккей уйнай башларға вәғәҙә иткәйнем. Ул саҡта һүҙҙәрендә торҙолар. Бына бөгөн ғүмеремдә тәүге тапҡыр хоккейсы кейемен, коньки кейеп, боҙға сыҡтым. Ауыр, тик мин ныҡыш, өйрәнермен», – тип яҙа республика Башлығы.