Был хаҡта финанс министрлығы иҫәптәре менән таныш булған сығанаҡтан «Известия» гәзите хәбәр итә. Асыҡлап үтеүҙәренсә, талап ителгән 4 триллион федераль ҡаҙнала табылмай. Шуның өсөн йыл һайын 2024 йылға тиклем өҫтәмә 500 миллиард һум эҙләргә тура киләсәк.
Быйыл президент планына ҡаҙна иҫәптәрендә йыйылып килгән үткән йылдарҙағы һәм Резерв фондындағы аҡсалар тотоноу күҙаллана. Ә алдағы йылдарҙа ҡайһы бер һалым ташламаларын бөтөрөргә, һалым түләмәүселәр менән көрәшергә тура киләсәк.