«Башҡортостан» дәүләт концерт залында 1 февралдә уҙғарылған кисәлә уның дуҫтары һәм яҡындары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары ҡатнаша. Бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған юбиляр тамашасыларға башҡорт халыҡ бейеүе «Мөғлифә»не бейергә һәм шиғыр һөйләп күрһәтергә лә ниәтләй. Шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Сараны республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова алып бара.
Әле Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырмай, Федоровка районы Батыр ауылында 37 йыл инде ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Үҙе абруйлы ағинәй ҙә. Бик күп наградалары, грамоталары һәм дипломдары бар. Республикабыҙҙа уны яҡшы уҡытыусы, ҡул эштәре оҫтаһы, шәп бейеүсе булараҡ беләләр. Хәлисә Багаева башҡорт телен популярлаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләй, башҡорт телен өйрәнеү һәм халыҡ тормошо менән бәйле төрлө күргәҙмәләр ойоштора.