Бөтә яңылыҡтар
1 Февраль 2020, 20:50

Мәскәүҙәге "Аҡ тирмә"беҙ

Илебеҙҙең баш ҡалаһында биш йыл элек асылған "Аҡ тирмә" башҡорт фольклор төркөмө 15 февралдә үҙенең бәләкәй генә юбилей концертын уҙғарасаҡ. Ул республикабыҙҙың Мәскәүҙәге вәкилдәре урынлашҡан бинала үтәсәк.

Коллективты ойоштороусы, етәксеһе – Стәрлебаш районы ҡыҙы, рәссам-педагог Гөлсинә Батыршина. "Аҡ тирмә"нең маҡсаты – ҙур ҡалала башҡорт халҡының фольклор ижадын, мәҙәниәтен пропагандалау, шулай уҡ ситтә йәшәгән милләтташтәребеҙҙе берләштереү. Мәскәүҙә үткән төрлө сараларҙа яҡташтары ҡыҙҙың сығыштарын яратып ҡарайҙар. "Аҡ тирмә" халыҡ-ара фестивалдәрҙә лә башҡорт халҡының мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтә. "Аҡ тирмә"ләр батыр яугирҙәребеҙ иҫтәлегенә лә эштәр башҡара. Уларҙың тәҡдиме менән Липецк өлкәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттары ерләнгән урында һәйкәл төҙөкләндерелә, яңы мемориаль асыла. Мәскәү башҡорттарының "Үлемһеҙ полк" акцияһында ҡатнашыуын ойошторалар. Афарин, артабан дә матур, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: