Бөтә яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 19:16

Шайморатов генералға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында легендар Шайморатов генералға һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла. Был турала «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә.

– Барыһына ла яҡшы таныш һәм яратҡан Совет майҙаны тапалған парковка урыны булырға тейеш түгел. Был – ҡаланың үҙәге, унан алыҫ 1942 йылдың мартында Шайморатовтың атлы кавалерия дивизияһы фронтҡа киткән. Иң үҙәктә Шайморатов генералдың үҙенә һәйкәл ҡуясаҡбыҙ. Майҙансығында йырлаусы фонтан буласаҡ. 2021 йылда бындағы тарихи биналарҙың алғы яҡтары ла төҙөкләндереләсәк. Бына шунда майҙан барлыҡ ҡала халҡын үҙенә тартып тороусы бер урынға әйләнәсәк, – тип яҙа республика башлығы.
Читайте нас: