Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 16:55

Мәктәптәрҙә – имтихан үҙгәрештәре

Быйыл яңы Федераль дәүләт стандарттары буйынса белем алған IX синыф уҡыусылары өсөн имтихан биреүҙә үҙгәрештәр буласаҡ. Ниндәй яңылыҡтар бар икән?

Был хаҡта мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин:

– IX cиныф уҡыусыларына төп дәүләт имтихандарын тапшырғанда, теориянан тыш, ғәмәли, лаборатор эштәр тәҡдим итергә тура киләсәк. Балалар физика, химия, биология, география фәндәренән нимә өйрәнгәндәрен, белгәндәрен тәжрибәлә күрһәтергә тейеш. Имтихандар һаны үҙгәрмәй, дүрт фән буйынса ҡала. Быйыл икенсе тапҡыр беҙҙең уҡыусылар апрелдә урыҫ теле буйынса йомғаҡлау әңгәмәһе уҙасаҡ, – тип белдерҙе.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда XI синыфты тамамлаусылар араһында Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыусылар, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 260 кешегә кәмерәк.
Читайте нас: