Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 18:05

Шағир исемендәге мәктәп

Быйыл 20 июлдә Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл туласаҡ. Элек Өфөлә уның исемен йөрөткән мәктәп тә булған икән.

Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люция Камаева әйтеүенсә, Чернышевский урамындағы элекке «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә 1932 йылдан алып Мәжит Ғафури исемендәге мәктәп булған. Ул ошо тарихи бинала урынлашҡан, данлыҡлы мәҙрәсәлә эшләгән уҡытыусылар белем биргән. Һуңынан бында коррекция мәктәбе асылған, хәҙер унда – Ислам университеты. 1970 йылдарҙа мәктәпте икенсе бинаға күсергәс, 15-се урта мәктәп үҙенең исемен юғалтҡан. Мәктәп директоры һәм коллективы мәктәптең ҡасандыр Мәжит Ғафури исемен йөрөткәнен белмәй. Был хаҡта указ һаҡланған.
Быйыл, халыҡ шағирының ҙур юбилейы йылында, әлеге 15-се мәктәпкә Мәжит Ғафури исемен киренән ҡайтарыуҙы юллайҙар. Шағир исемендәге фонд вәкилдәренә эштәренең уң булыуын теләйек.
Читайте нас: