Әсмә Асад Рәсәй делегацияһының эшен «кешелеклелектең юғары нөктәһе» тип баһалаған. Ысынлап та, Анна Кузнецованың тырышлығы менән 2018 йылдан алып Ираҡтан – 122, Сүриәнән 8 бала Рәсәйгә ҡайтарылған. Улар – беҙҙең илдә тыйылған «Ислам дәүләте» террористик ойошмаһы яғында һуғышҡан рәсәйҙәрҙең балалары, «Аль-Холь» лагерында тотолған. Араларында беҙҙең республиканан да бар инеләр.
Был барыуында Анна Юрьевна Сүриәнән 26 баланы үҙе менән алып ҡайтҡан. Тағы 9-ы кәрәкле документтары булдырылғас, сығарыласаҡ.
Омбудсмен әйтеүенсә, ил етәкселеге менән уларҙың биләмәһендә булған бөтә Рәсәй балаларын эҙләп табыу тураһында һөйләшеү булған. Улар террористарҙың лагерында һәм әсәләре менән бергә төрмәләрҙә... Тиҙҙән Сүриәнән йәнә 73 ҡыҙ һәм малайҙы сығарасаҡтар. Был эш Президент Путиндың ҡушыуы буйынса алып барыла.