Бөтә яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 10:45

Ғаиләләрҙе ҡабул итеү бүлмәләре эшләй башланы

Ил буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының бөтә бүлексәләрендә лә ғаиләләрҙе ҡабул итеү бүлмәләре эшләй башланы. Улар социаль булышлыҡ итеү саралары буйынса граждандарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк, консультация ярҙамы күрһәтәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һүҙҙәренсә, бындай бүлмәләрҙең булдырылыуы бигерәк тә күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
– Ил етәксеһе күптән көткән ярҙам итеү саралары тураһында һөйләне. Бер үк ваҡытта атай-әсәйҙәрҙең дә күп һорауҙары барлыҡҡа килде. Шуға күрә бөтә йәмәғәтселекте ҡабул итеү майҙансыҡтарында ғаиләләрҙе ҡабул итеү бүлмәләре эшләй башланы. Уларға тейешле махсус белемле юристар консультация үткәрәсәк, – тип белдерҙе Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса Дәүләт Думаһы комитеты ағзаһы Ольга Баталина.



Читайте нас: