Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 10:22

Хатты алып ҡына ҡалмаған, президент яуап та яҙған

Дуҫтар, һеҙҙең президент кеүек абруйлы, ҙур дәрәжәле кешеләргә хат яҙғанығыҙ бармы? Ә бына XI синыфтан Вадим Анисимов Рәсәй Президенты Владимир Путинға яҙып ебәргән.

«Мин һеҙҙе бик хөрмәт итәм һәм илебеҙгә индергән өлөшөгөҙҙө ҡәҙерләйем», – тигән ул. Егет хатында автограф менән Рәсәй етәксеһенең портретын алырға хыялланыуы хаҡында ла әйткән. Владимир Путин хатты алып ҡына ҡалмаған, яуап хаты ла яҙған.
Ошо көндәрҙә Сыуаш Республикаһы буйынса баш федераль инспекторы Геннадий Фёдоров тантаналы шарттарҙа президент портретын Вадимға тапшырҙы. Ул егеткә уҡыуында уңыштар, БДИ-ны уңышлы тапшырыуын да теләне. Вадимдың әсәһе лә улының теләген үтәгәне өсөн Владимир Путинға рәхмәтен еткереп, автографлы портретты иң күренгән урынға элеп ҡуясаҡтарын белдерҙе.


Читайте нас: