Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 15:13

«Аҡыллы» колонка өйрәтә

«Яндекс»тың Алисалы «аҡыллы» колонкаһында балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә ярҙам итеүсе тренажёр барлыҡҡа килгән.

Күнекмәләрҙә логопедтар ҡатнашлығында сығарылған уйындар аша әйтеүе ауыр тойолған өндәрҙе сығарырға мөмкин. Тренажёрҙа «тауышлы ярҙамсы» бар. Геройҙар телмәр үҫтереү буйынса эштәр бирә, балалар менән бергә йырлай. Хатта халыҡ алдында сығыш яһарға, дөрөҫ яҙырға өйрәтә, телдәрҙе өйрәнергә өндәй.
Читайте нас: