Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән коллегияла сүп-сар реформаһына йомғаҡ яһалды. Унда килтерелгән мәғлүмәттәр буйынса, республика буйынса аҙна һайын 500-гә яҡын техника берәмеге йәлеп ителеп, 20 мең тоннанан ашыу коммуналь ҡалдыҡ сығарылған. Башҡортостанда барлыҡ контейнер майҙансыҡтары ла рәткә килтерелгән. Улар өсөн 800 миллиондан ашыу аҡса тотонолған: 6 мең 979 сүп-сар урыны төҙөкләндерелгән, 23 мең 639 контейнер ҡуйылған. Республика биләмәһендә санкцияланмаған 2 мең 918 сүплек теркәлһә, шуларҙың 414-е юҡҡа сығарылған.
Ведомствоның министр урынбаҫары Нияз Фазылов әйтеүенсә, республика «Экология» милли проекты сиктәрендә «Таҙа ил», «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» федераль проекттарында ла ҡатнаша.