Бөтә яңылыҡтар
22 Февраль 2020, 12:00

Уҡыуҙар ҡабаттан тергеҙелә

Республикабыҙ мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса карантин тамамлана.

Уҡыуҙар 25 февралдән яңынан башланасаҡ. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Өфөлә сирләүсе уҡыусылар һаны кәмегән.
Ауырыған балалар күп булыу сәбәпле, 6 февралдән баш ҡалабыҙҙа 6 мәктәп карантинға ябылғайны, 10 мең уҡыусы дистанцион рәүештә белем алыуға күсерелде. Ә 10 февралдән Өфөлә барлыҡ белем усаҡтарын да ябыу ҡарар ителде.
Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республика буйынса 323 белем биреү учреждениеһы, 56 балалар баҡсаһы – карантинда, 119 мәктәптә сикләүсе саралар индерелгән, 61 синыф өлөшләтә ябылған. Өфө, Нефтекама, Салауат, Бәләбәй ҡалалары, Дыуан районы уҡыусылары тулыһынса дистанцион рәүештә уҡый.
Читайте нас: