Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2020, 10:05

Стәрлетамаҡта – тәүге моделле мәшғүллек үҙәге

Республикала «Рәсәйҙә эш» тигән тәүге моделле мәшғүллек үҙәге эшләй башланы.

Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан. Төбәк проекты ярҙамы менән асылған үҙәктә барыһы ла үҙгәргән – исеменән алып хеҙмәтләндереүенә тиклем. Бындағы хеҙмәткәрҙәр ҙә тейешле уҡыу үткән. Улар эш эҙләүселәргә хеҙмәт урыны табырға ярҙам итәсәк.
Әйткәндәй, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешен тәьмин итеү өсөн хеҙмәт баҙары эффективлығын күтәреү һәм мәшғүлеккә ярҙам итеү» төбәк проекты «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: