Бөтә яңылыҡтар
27 Февраль 2020, 13:42

Рауил Бикбаев исемендәге стипендия булдырылған

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың исемен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйған.

Уға ярашлы республиканың юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттар өсөн ике стипендия булдырыла. Ул, әлбиттә, туған телдәрҙе һәм әҙәбиәтте үҫтереүҙә лайыҡлы өлөштәрен индергән йәштәргә тапшырыласаҡ. Стипендияның күләме – 1 мең 200 һум.
Читайте нас: