Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2020, 13:19

Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө 2 майҙа билдәләнәсәк

Республикабыҙҙа Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө буласаҡ. Был туралағы ҡарарға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

– Беҙ быны кешеләргә зыяратҡа барып, туғандарын һәм яҡындарын иҫкә алырға мөмкинлек биреү өсөн эшләйбеҙ, ә властың бурысы – халыҡҡа уңайлы инфраструктура булдырыу, — тине республика етәксеһе.
Ҡарарға ярашлы, Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө 2 май көнө билдәләнәсәк. Был көндә маршруттар һәм зыяраттарҙа башҡа саралар ойоштороуҙан башҡа, муниципалитеттар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, ветерандар һәм тол ҡатындарҙың, тыл эшсәндәренең, ҡораллы көстәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә ярҙам итәсәк.
Читайте нас: