«Һөт кухняһы» аҙыҡтарын йыл башынан уҡ Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла районыныҡылар ала башланы ла инде. Быға тиклем балаларға тәғәйенләнгән һөт, эремсек һәм башҡа аҙыҡтар Белорет ҡалаһынан килтерелә ине. Ә хәҙер Сибайҙа һөт кухняһы асылған, яҡын-тирәләге райондарға шунан ғына таратыла.