95 йыл элек март айында «Пионерская правда» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә. Ә уның башланғысы булып, 1921 йылдың октябрендә Мәскәүҙең 16-сы балалар йортонда «Радио» тигән стена гәзите сығарыла. Һуңынан ҡаланың халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағына күсеп, үҙенең типографияһы барлыҡҡа килә. 1925 йылдың февралендә «Школьная правда» тигән исем менән донъя күрһә, 6 мартта инде «Пионерская правда»ның беренсе һаны баҫылып сыға. Тиражы 20 мең була. Иң тәүге редакторы – Михаил Стремяков.
Надежда Крупская, Мария Ульянова, Емельян Ярославский, Максим Горький, Владимир Маяковский, Аркадий Гайдар, Самуил Маршак, Лев Кассиль һәм башҡа билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм шағирҙар был баҫманың үҫешенә булышлыҡ итә. Гәзит үҫеп килгән быуында Тыуған илгә һөйөү, изгелек, ғәҙеллек, дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү кеүек сифаттар тәрбиәләй.
1965 йылда «Пионерская правда» гәзитенең тиражы – 7 миллион 500 мең , ә 1975 йылда 9 миллион 500 мең дана менән баҫыла (СССР-ҙағы гәзиттәр араһында иң ҙур тираж һанала).
1991 йылда илдә үҙгәрештәр башланғас, комсомол һәм пионер ойошмалары тарҡатыла. Бөтә Союз статусы булған гәзит Бөтә Рәсәй гәзитенә әйләнә. Әлеге көндә 15 мең тираж менән сыға.
Бөтә Рәсәй балалар баҫмаһын юбилейы менән ҡотлайбыҙ!