Ә тарихҡа күҙ һалһаҡ, Шиғриәт көнөн булдырыу башланғысы 1930 йылға ҡайтып ҡала. 1938 йылда АҠШ-тың Огайо штатында шағирә Тесса Суизи Уэбб башланғысы менән 15 октябрҙә Шиғриәт көнө тип иғлан ителә. 1951 йылда был көн Американың 38 штатында, шулай уҡ Мексикала танылып, Милли шиғриәт көнө булараҡ билдәләнә. Һуңынан Бөтә донъя шиғриәт көнө башҡа илдәрҙә лә байрам ителә башлай.
1998 йылда ЮНЕСКО-ның Генераль Ассамблеяһы башҡарма комитеты Бөтә донъя шиғриәт көнөн байрам итеү тураһында мәсьәләне ҡарап, бындай сараларҙы төрлө илдәрҙә үткәрергә тәҡдим итә. Мәскәү, Париж, Брюссель һәм бүтән баш ҡалаларҙа Шиғриәт көнө 1999 йылдың 21 мартында үткәрелә башлай.