Бөтә яңылыҡтар
4 Апрель 2020, 12:56

Ҡытай телен бушлай өйрәнгең килһә...

Әстерхан дәүләт университеты барлыҡ теләүселәр өсөн ҡытай теле буйынса дистанцион курс ойоштора. Дәрестәр уҡыу йортоноң сайтында бушлай алып барыласаҡ.

– Еңел булмаған хәл ваҡытында – үҙизоляция режимында йәшәгәндә кешеләргә ярҙам итеү йөҙөнән курс булдырҙым. Һәр кем донъя өсөн үҙ теләге менән нимәлер эшләй алыуы тураһында уйланһын ине, – ти курсты асыусы, сит телдәр факультеты сығарылыусыһы, тәржемәсе, ҡытай телен үҙ аллы өйрәнеү буйынса курс авторы Екатерина Репнина.
Курс 10 лекциянан һәм 3 каллиграфия дәресенән торасаҡ. Педагог һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә генә түгел, иероглифтарҙы яҙырға ла өйрәтәсәк.
Читайте нас: