Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһының ваҡыты Берҙәм дәүләт имтихандары тамамланғандан алып билдәләнә.
– Кемдәр уҡыу йорттары тарафынан үткәрелгән өҫтәмә һынауҙар һөҙөмтәһе буйынса уҡырға инергә йыйына, инеү имтихандары, һуңғы БДИ һөҙөмтәһе баҫылып сыҡҡандан һуң, 9 көн үткәс, ойошторола.
– Ә өҫтәмә һынауҙар тапшырмағандарҙың документтарын ҡабул итеү, БДИ һөҙөмтәләре иғлан ителгәндән һуң, 23 көн үткәс тамамлана.
Әлеге ваҡытта юғары уҡыу йорттарында өҫтәмә һынауҙар дистанцион технологияларҙы ҡулланып үткәрелә.
Документтарҙы ҡабул итә башлау ваҡыты элеккесә үҙгәрешһеҙ ҡала, 18 - 20 июндән башлана. Ә юғары уҡыу йорттарына уҡырға алынған студенттар исемлеге августа билдәле буласаҡ. Иң беренсе ташламалары булған студенттар ҡабул ителә.
Урта махсус һөнәри уҡыу йорттарына 22 мең 294 ҡаҙна урыны бүленгән. Ҡабул итеү кампанияһы 15 июндән башланып, урта һөнәри белем биреү программалары буйынса көндөҙгө бүлеккә документтар ҡабул итеү 25 августа тамамлана. Уҡырға инеүселәрҙең ижади һәләттәрен, физик һәм психологик сифаттарын тикшереүҙе талап иткән һөнәрҙәргә документтарҙы 15 авгусҡа тиклем тапшырырға кәрәк. Буш урындар булғанда, 25 авгусҡа тиклем оҙайтыла.