"Көн һайын йылғаларҙа һәм күлдәрҙә балаларҙы юғалтабыҙ. 2020 йыл башынан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5-тән 17 йәшкә тиклемге 17 бала батып үлгән. Фажиғәләр Архангел, Ауырғазы, Бөрө, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Нуриман, Шишмә, Шаран райондарында һәм Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында булды.
Хөрмәтле, өлкәндәр! Балаларҙың һыуға батыу осраҡтарының 40 проценты - атай-әсәйҙәрҙең улар менән бергә булып та, иғтибарһыҙ ҡалдырыуы арҡаһында, 60 процентында үҙҙәре генә һыу буйына барғанда килеп сыға. Өлкәндәр күмәк булғанда һәр кем бүтәндәргә ышана, һөҙөмтәлә бер кем дә бәләкәстәрҙе ҡарамай. Кескәй бала өсөн мотлаҡ бер кеше яуаплы булырға тейеш. Бәләкәстәр тыпырсынмай, ярҙам һорап ҡысҡырмай, улар шым ғына, ғәҙәттә, 30 секунд эсендә бата.
Балалар менән ял итеү өсөн тәрән, ағым һыулы урындарҙы һайламағыҙ, хатта тар ғына йылғалар ҙа хәүефле булыуы бар. Тын тултырылған матрас һәм түңәрәктәрҙә ярҙан алыҫҡа йөҙөргә рөхсәт итмәгеҙ. Бер ҡасан да балаларҙың үҙҙәрен генә һыу инергә ебәрмәгеҙ. Һәм тағы ла иң мөһиме - бәләкәйҙән йөҙөргә өйрәтегеҙ.
Сит балалар булмай. Бергәләп кенә балаларҙы һыуҙағы фажиғәнән һаҡлай алабыҙ - шуны онотмағыҙ!"