Бөтә яңылыҡтар
28 Август 2020, 16:27

Берҙәм ҡыңғырау яңғырамаясаҡ

Яңы уҡыу йылынан Рәсәй мәктәптәрендә дәрескә берҙәм ҡыңғырау шылтырамаясаҡ.

Ни өсөн тигәндә, хәүефһеҙлек сараларын үтәү маҡсатында һәр синыфтың үҙенең тәнәфес графигы булдырыла. Ашханала туҡланыуҙы ла төрлө ваҡытҡа ҡуйыу ҡаралған. Шулай уҡ белем усағына инергә бөтә юлдар ҙа асыла, һәр синыф үҙ бүлмәһендә генә уҡый башлай. Һәр төбәктең үҙенең үҙенсәлектәре лә бар. Был турала һаулыҡ һаҡлау буйынса Дәүләт Думаһы комитеты ултырышында хәбәр ителде.
Читайте нас: