Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иртәгенән, йәғни 24 сентябрҙән Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә һауа торошо яуым-төшөмһөҙ һәм ҡояшлы буласаҡ. Төндәрен урыны менән ҡайһы бер райондарҙа 3 градусҡаса тиклем һыуытһа ла, көндөҙ термометр бағанаһы 14 - 19 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Бындай һауа торошоноң киләһе аҙнала ла һаҡланыуы көтөлә.