Бөтә яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 14:53

Ҡоштарҙы күҙәтергә яратыусылар өсөн конкурс

Дуҫтар, «Рәсәй ҡышы» Бөтә Рәсәй тикшеренеү конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ. Уны Рәсәйҙең ҡоштарҙы һаҡлау союзы ойоштора. Ижади эштәр 15 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

Әлеге конкурсты үткәреү майҙаныiNaturalist.org. Бәйгегә ярашлы түбәндәге блиц-турнирҙар ойошторола:
«Ҡышҡы каникул»;
«10 көн ял»;
«Һоро муйын»;
«Турғай ҡыуаҡтары». Улар тураһында мәғлүмәт менән http://ruswinter20.tilda.ws/ сайтында танышып бара алаһығыҙ.
Ә конкурс «Иң яҡшы күҙәтеүсе», «Ә беҙҙә...», «Ҙур тағараҡ», «Иң әүҙем мәктәп төркөмө» номинацияларында үтәсәк.
Бөтә ҡатнашыусыларға ла сертификаттар, еңеүселәргә дипломдар биреләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте https://vk.com/bashwatchers төркөмөндә, https://www.inaturalist.org/ сайтында алырға мөмкин.
Читайте нас: