Бөтә яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 13:50

Балаларға шәп бүләк – 3D форматындағы "Өс дуҫ" китабы

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә мультимедиа ҡушымтаһы менән "Өс дуҫ" китабы донъя күрҙе. Башҡорт халыҡ әкиәттәре тупланған йыйынтыҡ башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә баҫылған.

Китаптағы махсус QR-код ярҙамында Google Play һәм AppStore сервистарынан мобиль ҡоролмаға бушлай "Өс дуҫ" ҡушымтаһын күсереп алырға ла мөмкин. Уны асып һәм телде һайлап, смартфонды йыйынтыҡтағы һүрәттәргә йүнәлтергә була.
"Әгәр бала күберәк ваҡытын гаджеттарҙа үткәрә икән, быны файҙалы итеп ойоштороп ҡарағыҙ. Беҙ кескәй дуҫтарыбыҙҙы киләсәк технологиялары менән ҡыҙыҡһындырырға булдыҡ. Уларҙың ҙур теләк менән ошо китапты ҡулдарына алып, эргәһенә телефон һалып, башҡорт әкиәтен уҡый һәм ҡарай башлауҙарын теләйбеҙ", – ти нәшриәт хеҙмәткәрҙәре.
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: