Әлеге проектты башҡарыуҙа Өфө ҡала округының мәғариф идаралығы, ҡала округының фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәгенең эксперт советы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары, мәктәп уҡытыусылары ҡатнашты. Ҡаланың тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусылары тарафынан VII – VIII, IX – XI синыф уҡыусылары өсөн «Минең Рәсәй: минең хоҡуҡтарым – минең бурыстарым» темаһына дәрестәр әҙерләнгән. 2 февралдә генә барыһы 1023 дәрес үткәрелгән. Йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрендә уҡыусылар үҙҙәренең хоҡуҡтарын, бурыстарын белгән, ирек, хоҡуҡ, һайлау, бурыстар кеүек төшөнсәләрҙең айышына төшөнгән. Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы, бала хоҡуҡтары тураһында конвенция, административ тәртип боҙоуҙар кодексы, енәйәт һәм ғаилә кодекстары менән дә танышҡандар.