-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 12:31

4 февраль – Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө

Бөгөн Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, республикабыҙҙа йәшәүсе 14 мең кешелә ошондай сир диагнозы асыҡланған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл ауырыусыларҙың һаны артыуы күҙәтелә. Әгәр ҙә 2000 йылда 100 мең кешегә 248,5 ауырыу тура килһә, 2019 йылда – 346,3. Сирләүселәрҙең 51,5 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар, 48,5 –е – ир-егеттәр. 2019 йылдың аҙағында 87 мең пациент яман шеш ауырыуы менән диспансер иҫәбенә ҡуйылған. Ошо йылды әлеге сирҙән 7 мең 162 кеше донъя ҡуйған. Уларҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо – 68,9 йәш.
Яман шеште иртәрәк асыҡлағанда дауалау мөмкинлеге лә күберәк, ти табиптар. Шуның өсөн диспансеризация үтеү бик тә мөһим. Физик әүҙемлекте һаҡлау, юҡ-барға хафаланмау, дөрөҫ туҡланыу, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу ҙа сирҙе булдырмаҫҡа ярҙам итә.
Фото: Андрей Старостин.
Читайте нас: