Оҫталыҡ дәрестәренә үҙ эшен белгән сәнғәт әһелдәре йәлеп ителгән. Барлығы биш сығарылыш көтөлә. Тамашасылар ҡурай-ҡумыҙҙа уйнарға ла, өзләргә лә, башҡорт бейеүҙәрен бейергә лә өйрәнәсәк.
– Оҫталыҡ дәрестәре иң беренсе нәүбәттә Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн методик ҡулланма булараҡ тәғәйенләнгән. Улар Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәренә эштәрен еңелләштерергә ярҙам итәсәк, – ти Халыҡтар Дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов.
Бында «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө етәксеһе, ҡурайсы Ринат Рамаҙанов, «ZAINETDIN» этно-шоу проекты солисы, музыкант, күп уйын ҡоралдарында уйнаусы, бейеүсе Заһир Зәйнетдинов, педагог-хореограф, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбуллина оҫталыҡ серҙәре менән бүлешәсәк.