Быйыл информатиканан БДИ тәүге тапҡыр компьютер формаһында ойошторола. Ведомство етәксеһе Анзор Музаев әйтеүенсә, төбәктәргә кәрәкле компьютер ҡоролмалары һатып алынған, һынауҙы штат режимға индерер алдынан йомғаҡлау апробацияһы үткәреләсәк. Ул информатиканан БДИ тапшырыусыларҙың һаны йылдан-йыл артыуын билдәләне. Алдағы көндәрҙә мәктәптең ҡайһы бер контроль һәм тикшереү эштәре лә компьютер форматҡа күсереләсәк.