-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 12:49

Мәктәптә һеҙҙе нисек ашаталар?

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәктәптә туҡланыу мәсьәләһе буйынса фекер алыштылар. Республика Башлығы Радий Хәбиров был йүнәлештәге эш етешһеҙлектәрен билдәләне.

Республика етәксеһе белдереүенсә, мәктәптә туҡланыу буйынса ялыуҙар күп килә. Ул Мәскәү өлкәһен өлгө итеп миҫалға килтерҙе, бында ҡайнар аш сифаты буйынса мөрәжәғәттәр бик аҙ теркәлә икән.
– Күберәк эшләгән һайын ялыуҙар ҙа күберәк һымаҡ. Улар барлыҡҡа килә икән, тимәк, беҙҙең етешһеҙлектәребеҙ бар, – тине Радий Фәрит улы.
Ул Хөкүмәткә һәм үҙенең республика Башлығы хакимиәтенә мәктәптә туҡланыу буйынса күҙәтеүҙе көсәйтергә, дүшәмбе һайын оператив кәңәшмә алдынан видеоконференция, шулай уҡ муниципалитеттар һәм тәьмин итеүселәр менән йыйылыштар үткәрергә ҡушты. Ике аҙнаға бер тапҡыр ашханалағы хәлдәр буйынса отчёт бирелеү көтөлә.
– Тормош шундай, балалар мәктәпкә ҡайнар аш ашарға килә. Бөтә ғаиләләр ҙә хәлле түгел. Беҙ туҡланыуға иғтибар бүлергә тейешбеҙ, – тип белдерҙе республика Башлығы.
Читайте нас: