10 – 12 февралдә ирекмән-медиктар медицина учреждениеларына барып, ауырыуҙарға ярҙам итәсәк, тиҙерәк һауығып сыҡһындар өсөн күңелдәрен күтәреүсе саралар уҙғарасаҡ. Мәктәптәрҙә эшләп килгән отрядтар стационар һәм амбулатор дауаланған пациенттарға открыткалар әҙерләйәсәк. Ирекмәндәр медицина психологы менән тура эфир, ТikTok-та челлендж да ойошторасаҡ.