Бөтә яңылыҡтар
12 Февраль 2021, 12:13

Программалау менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн

Дуҫтар, һеҙҙең арағыҙҙа программалау менән ҡыҙыҡһынғандар бармы? Бындай уҡыусылар өсөн «Сириус» белем биреү үҙәге яңы онлайн-курстар асты.

Был дистанцион программалар – «Введение в алгоритмы: реализация на языке Python», «Введение в алгоритмы: реализация на языке С++» «Сириус.Курсы» платформаһында урын алған. Унда уҡырға теләүселәр https://edu.sirius.online/#/ сайтында 15 апрелгә тиклем йыйыла. Курсты үтеү өсөн тейешле телдәрҙә программалау оҫталығы ла талап ителә. Python программалау нигеҙенә https://edu.sirius.online/#/course/300 курсында өйрәнергә мөмкин. Информатика буйынса курстарҙың авторҙары – алдынғы мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары, «Сириус» үҙәгенең әлеге көндәге педагогтары.
Читайте нас: