Февраль һалҡындары әле генә сигенергә уйлаймай ҙа шикелле. 23 башланған ҡаты һыуыҡтар 26 тиклем һуҙылмаҡсы. Төнөн һәм иртән республикала урыны менән - 24 градустан алып - 35-кә тиклем төшәсәк, етмәһә, Себер яҡтарынан иҫкән әсе еле лә үтәнән-үтә телгән һымаҡ. "Башгидромет" хәбәр итеүенсә, айҙың һуңғы көндәрендә һауа торошо киҫкен генә күтәрелеп, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа йылытасаҡ. Оҙаҡ көтөлгән йылылыҡ менән төбәккә көслө ҡар ҙа килә. Ә март башында беҙҙе тағы ла һыуыҡтар көтә.