-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 02:00

Төбәк-ара конкурс 26-сы тапҡыр үтәсәк

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2021" төбәк-ара конкурсы быйыл 26-сы тапҡыр ойоштороласаҡ.

Был бәйгегә әҙерлек айҡанлы 24 февраль көндө онлайн форматта семинар үткәрелде. Сарала республикабыҙ район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән муниципаль этапта еңеү яулаусылар, төбәк-ара конкурста көсөн һынап ҡарарға теләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Бәйгене ойоштороусылар үткәреү тәртибе, яңылыҡтар, баһалау системаһы менән таныштырһа, былтырғы лауреаттар һәр этап буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Төбәк-ара бәйгене онлайн һәм оффлайн форматта үткәреү күҙаллана. Конкурстың тәүге этабы 4 мартта башланасаҡ.
Читайте нас: