Коронавирус пандемияһы осоронда ярҙам итеү штабтары ирекмәндәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Өлкәндәрҙең өйҙәренә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ҙа еткерҙеләр, «ҡыҙыл зона»ларҙа ла эшләнеләр, ветерандарға ла байрам кәйефе бүләк иттеләр.
Бер йыллыҡты билдәләгән көндәрҙә 1-енән 5 мартҡа тиклем бөтә ил буйынса киң күләмле акциялар, саралар ҡаралған. Ирекмәндәр байрамдарын билдәләйәсәк, штаб етәкселәре йыйылып, осрашасаҡ. Акцияның һәм байрам итеүҙең төп символы – әфлисун төҫөндәге еп. Уны һәр кем сара ойошторолған ерҙә табып, уң ҡулына бәйләп ҡуя ала.