5 мартта Өфө ваҡыты менән 11 сәғәт 46 минутта Меркурий 0,3 градусҡа ситләтеп, Юпитерҙың төньяғынан үтәсәк. Әммә көн яҡтылығы булғас, күк яҡтыртҡыстарын күреү мөмкин түгел. Ә шулай ҙа планеталарҙы таң алдынан – яҡынса ҡояш сығырҙан 40 минут алда ҡарай алабыҙ: Меркурийҙы – күктә 7 сәғәт 14 минутта, ә Юпитерҙы 3 минутҡа һуңыраҡ. Ике яҡтылыҡ та көньяҡ-көнсығышта күренер һәм уларҙы бинокль аша эҙләп табырға була.