Бөтә яңылыҡтар
2 Март 2021, 15:50

Өс белем усағы «Иң әүҙем мәктәп» номинацияһына лайыҡ булды

3-нән 17 февралгә тиклем Учи.ру белем биреү платформаһында I – XI синыф уҡыусылары өсөн математик марафон ойошторолғайны. Уны тантаналы ябыу тантанаһы 5 мартта дистанцион форматта https://youtu.be/hxjipq9HC98 һылтанмаһы буйынса үтәсәк.

Математик марафонда «Иң әүҙем мәктәп» номинацияһында Өфөләге 144-се белем биреү үҙәге, 160-сы лицей, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы I, II, III урындарға лайыҡ булды. «Бер көн дә эштәрһеҙ үтмәй» тигәнендә 10 уҡыусы билдәләнде. «Иң дуҫ синыф» номинацияһына баш ҡалабыҙҙағы 9-сы мәктәптең I «А» һәм 160-сы лицейҙың VIII «А» синыфтары еңеп сыҡты. Уларҙы бүләкләү тура эфирҙа үтәсәк.
Читайте нас: